Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.14
-1.02
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Октябрь 2016, 15:57

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге Мәскәүҙә 45 алтын миҙал яуланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Мәскәүҙә «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә 45 алтын миҙал яуланы.
«Ауыл хужалығына инновацияларҙы уңышлы индергән өсөн» конкурсында ғилми-тикшеренеү үҙәге бер нисә эш өсөн 20 алтын миҙалға лайыҡ булды. Улар араһында бал ҡорттары ярҙамында ауыл хужалығы культураларын һеркәләндереү, умартасылыҡ продукцияһын парфюмерия-косметика сәнәғәте производствоһында һөҙөмтәле файҙаланыу, юғары сифатлы умартасылыҡ продукцияһын етештереү өсөн республиканың экологик хәлен тикшереү һәм башҡалар бар.
Юғары пробалы миҙалдар араһында — «Умартасылыҡ тураһында» республика законын, бер нисә маҡсатлы программа, 2020 йылға тиклем төбәктә Умартасылыҡты үҫтереү концепцияһын әҙерләгән, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында Умартасылыҡ буйынса координация советын ойошторған, умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса китаптар, белешмәләр һәм видеофильмдар әҙерләгән өсөн «Агросәнәғәт комплексын мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү» конкурсында еңеү. Ошо конкурста Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге 25 алтын миҙалға лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: