09:31 (UTC+5), 17 Октября 2016

Физик берәмектәр 1 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса мөлкәт һалымын түләргә тейеш

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 2015 йыл өсөн мөлкәт һалымын (транспорт, ер, милеккә һалым) түләү ваҡыты тураһында иҫкәртә. Ҡануниәткә ярашлы физик берәмектәр ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем дәүләт менән иҫәпләшергә тейеш.
Әлеге ваҡытта һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары ебәрелә. «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисына инеү хоҡуғы булған граждандар документтарҙы электрон төрҙә ала.
1 ноябргә тиклем милек, ер һәм транспорт һалымы суммаһы тураһында бөтә мәғлүмәттәр, шулай уҡ уларҙы түләүгә белдереү ҡағыҙҙары шәхси кабинетта сағылыш табасаҡ.
Шәхси кабинетҡа инеү мөмкинлеге булмаған түләүселәргә белдереү ҡағыҙҙары «Рәсәй почтаһы» филиалдарында бирелә.
Әгәр 2016 йылдың 1 ноябренә тиклем мөлкәт һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙы килмәһә, квитанция алыу өсөн йәшәгән йәки шәхси милек урынлашҡан урын буйынса һалым органына мөрәжәғәт итеү зарур.
Һалымдарҙы Федераль һалым хеҙмәте сайтында шәхси кабинетта йәки «Һалымыңды түлә» сервисы ярҙамында, кредит ойошмалары бүлексәләрендә һәм түләү терминалдарында, федераль почта хеҙмәте бүлексәләрендә йәки урындағы үҙидара органдарында түләргә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика