09:00 (UTC+5), 14 Октября 2016

Башҡортостанда һигеҙ миллиардер иҫәпләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 2015 йыл өсөн 1 миллиард һумдан ашыу килем тураһында һигеҙ һалым декларацияһы тапшырылған. Шуларҙың икәүһе ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм кисектергеһеҙ килешеүҙең финанс инструменттары менән операцияларҙан алынған килемдәрен күрһәткән, алты декларацияла эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә бәйле килем сағылыш тапҡан.
Төбәктә бөтәһе 209 меңдән ашыу декларация ҡабул ителгән һәм теркәлгән. Документтарҙа нигеҙҙә 1 миллион һумға тиклемге килемдең суммаһы күрһәтелгән. Был 195218 декларация йәки уларҙың дөйөм һанынан 93 процент.
13939 декларацияла 1 миллион һумдан ашыу күләмендәге килем билдәләнгән. Шуларҙан 13429 һалым түләүсе 2015 йылда 1 миллиондан 10 миллион һумға тиклем килеме алыуы хаҡында хәбәр иткән. Шуның менән бергә өҫтәмәгә һалым суммаһы 154 миллион һумға күберәк.
Һалым ведомствоһында аңлатыуҙарынса, 10 миллион һумдан күберәк килем буйынса декларациялар һаны йыл һайын арта бара. Былтыр 510 һалым түләүсе ошо хаҡта белдерҙе. Улар иҫәбендә ике нотариус, 371 шәхси эшҡыуар һәм 137 физик берәмек бар.
Бынан тыш, 500 миллион һумдан 1 миллиард һумға тиклемге килем буйынса декларациялар һаны ла артҡан. 2015 йылғы килем буйынса шундай һигеҙ декларация тапшырылған, был 2014 йылғы килем буйынса дүрткә күберәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика