Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Октябрь 2016, 14:14

Төбәктә гәзит-журналдарға яҙылыу башланды

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда гәзит-журналдарға яҙылыу башланды, тип хәбәр итә Федераль почта хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы. 13-23 октябрҙә яҙылыусыларға ташлама яһала. Шулай уҡ гәзит-журналдар ташыу өсөн үҙәк баҫмаларға — 10, республика һәм урындағы киң мәғлүмәт сараларына 15 процентҡа тиклем ташлама ҡаралған.
Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы янындағы Төбәк баҫма киң матбуғат саралары буйынса эксперт советы исемлегенә ингән баҫмаларға ташлама ике тапҡырға (15 проценттан 30 процентҡа тиклем) артты. Уға 112 республика баҫмаһы инә.
Читайте нас: