07:12 (UTC+5), 12 Октябрь 2016

Башҡортостандың дүрт ҡалаһы тиҙ үҫешеүсе биләмә статусына дәғүә итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына республиканың икенсе һәм өсөнсө категориялы моноҡалаларында тиҙ социаль-иҡтисади үҫешеүсе биләмә булдырыу өсөн ғариза бирҙе. Уларға Нефтекама, Белорет, Учалы һәм Благовещен ҡарай. Ғаризаларға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған.
Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ошо муниципаль берәмектәрҙә эш Күмертау һәм Бәләбәй моноҡалаларында тиҙ үҫешеүсе биләмә булдырыу буйынса ыңғай тәжрибә нигеҙендә алып барыла. Әлеге ҡалаларҙың идара итеү командалары Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды программаһы буйынса Мәскәүҙең «Сколково» идара итеү мәктәбендә уҡыған һәм үҙҙәренең проектын уңышлы яҡлаған. Хәҙер уларға тиҙ социаль-иҡтисади үҫешеүсе биләмә статусын биреү тураһында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары әҙерләнә.
Федераль ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2017 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең бөтә күп профилле муниципалитеттарында тиҙ социаль-иҡтисади үҫешеүсе биләмә булдырырға мөмкин.
Бындай статус күп профилле берәмектәргә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған эшҡыуарҙар өсөн һалым йәки башҡа льготалар биреү өсөн өҫтөнлөк алырға, шулай уҡ үҙ биләмәһенең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика