Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-15 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Октябрь 2016, 17:33
Дмитрий Медведев «Башнефт»те һатыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев «Башнефт»тең дәүләт ҡарамағында булған 50,075 процент акцияларын 329,7 миллиард һумға «Роснефть» компанияһына һатыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, түләү 14 октябргә тиклем башҡарылырға тейеш.
«Бөгөн мин «Башнефть» акционер нефть компанияһының 50,075 процент акцияларын һатыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙым. Уны 329,690 миллиард һумға «Роснефть» нефть компанияһы һатып ала», — тип хәбәр итте Дмитрий Медведев вице-премьерҙар менән осрашыуҙа.
Уның әйтеүенсә, «Башнефт»тең дәүләт ҡарамағында булған акцияларын һатыуҙан килгән аҡса 2016 йылғы бюджетҡа йүнәлтелә.
Теги:
башнефть
Читайте нас