14:22 (UTC+5), 04 Октября 2016

Хәйбулла районында ҡояш электр станцияһын төҙөү тамамлана

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Хевел» компанияһының ҡояш модулдәрен етештереү буйынса Яңы Чебоксар заводы Хәйбулла районында Бүребай ҡояш электр станцияһының икенсе сираты өсөн ҡорамалдар тейәүҙе тамамланы. Районда ҡояш электр станцияһының дөйөм ҡеүәте 20 МВт тәшкил итәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Быйыл июнь-сентябрь айҙарында Бүребайҙа төҙөлөүсе объектҡа 80 меңдән ашыу ҡояш модулдәре килтерелгән. Яңы объектты ноябрь аҙағында уҡ файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Бүребай ҡояш электр станцияһының беренсе сиратын төҙөү былтыр октябрҙә тамамланды. Март айында станция электр энергияһы һәм ҡеүәттең күмәртә баҙарына сыҡты.
Бөгөн төбәктә Бүребай һәм Бөгөлсән ҡояш электр станцияларының беренсе сираты эшләй. Бынан тыш, тағы ла өс объект: Бүребай ҡояш электр станцияһының — икенсе, Бөгөлсән ҡояш электр станцияһының икенсе һәм өсөнсө сираты төҙөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика