Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Октябрь 2016, 12:37

11 октябрь — республикала байрам көнө

Өфө хакимиәте
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы Законға ярашлы, Республика көнө — Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көн — байрам көнө тип иғлан ителде.
Быйыл 11 октябрь шишәмбегә тура килә. Шуға күрә дүшәмбе, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы, ошо арала йыллыҡ отпуск алған хәлдә 11 октябрь календарь көндәр иҫәбенә инмәй.
Читайте нас