11:34 (UTC+5), 28 Сентябрь 2016

Республикала Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезы бара

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә V Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезында федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе тикшерәләр. Үҙгәрештәр инженерҙарға ҡарата талаптарҙың артыуына, кадастр инженерҙарының үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаларына уларҙың эшмәкәрлеген көйләү буйынса бер нисә вәкәләт бүлеүгә, илдә кадастр эштәрен үткәреүҙең бер төрлөлөгөн тәьмин итеүгә ҡағыла.
«Кадастр берләшмәһе яңылыҡтар индереүгә әҙер, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды брифингта «Рәсәйҙең милли кадастр инженерҙары палатаһы» ассоциацияһы президенты Виктор Кислов. — Был урта махсус белемле белгестәрҙең белем кимәлен күтәреүҙе талап итә. Быны өсөн уларға 2020 йылға тиклем ваҡыт бирелә».
Тағы ла бер яңылыҡ кадастр инженеры булып эшләргә теләүселәргә ҡағыла. Хәҙер кандидат ике йыл дауамында ғәмәлдәге кадастр инженеры етәкселегендә стажировка үтергә бурыслы.
«Башҡалар формаль рәүештә кадастр инженеры тип таныла, һәм хәҙер уларҙың мөһим бурысы — үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаға ҡушылыу, — тип аңлатты журналистарға Виктор Кислов. — Декабрь айына тиклем ҡарар ҡабул итеү мөһим. Үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаға инһәләр, артабан да баҙарҙа эшләүен дауам итәләр. Әлеге ойошмаларҙа ағзаларҙың һаны 700-ҙән кәм булмаҫҡа тейеш. Илдәге 39 мең кадастр инженерының 26 меңе үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаға ингән».
Башҡортостандың Росреестр идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков әйтеүенсә, кадастр инженерҙарының эшен федераль кимәлдә лә ыңғай баһалайҙар.
Танылған рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Константиновский межалау институтының беренсе директоры С.Т. Аксаковтың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған форумда 500-гә яҡын кеше ҡатнаша. Улар араһында Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы, Росреестр етәкселәре, кадастр инженерҙары ойошмалары, власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ кадастр эштәре заказсылары, кадастр инженерҙарын аттестациялау буйынса квалификация комиссиялары белгестәре бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика