Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Сентябрь 2016, 12:39

1 октябрҙә Башҡортостандың Милли банкында Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 октябрҙә Рәсәй банкы Дөйөм Рәсәй асыҡ ишектәр көнөн үткәрә. Был көндә республиканың Милли банкы ла үҙ ишектәрен аса.
Башҡортостан Милли банкының матбуғат секретары Гөлназ Әбүзәрова билдәләүенсә, бындай сара тәүгә ойошторола.
Асыҡ ишектәр көнөндә теләге булған һәр кем XIX быуаттың архитектура ҡомартҡыһы булған бинаға килә һәм музей экспонаттары менән таныша ала. Музейға инеү өсөн (347) 279-65-00 телефоны буйынса алдан яҙылыу мотлаҡ. Урындар һаны сикле.
Был көндә теләгән һәр кем 200 һәм 2000 һумлыҡ яңы аҡсаларға символдар һайлау буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша ала.
Башҡортостандың Милли банкында Асыҡ ишектәр көнөн үткәреү урыны һәм ваҡыты — Өфө, Театр урамы, 3, иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем.
Читайте нас: