07:29 (UTC+5), 26 Сентябрь 2016

Башҡортостанда тағы ла ике шифахананы хосусилаштырыу шарттары баҫылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Асҡын һәм Мәсетле райондарында урынлашҡан «Танып» һәм «Ҡарағай» шифаханаларын хосусилаштырыу шарттары баҫылды. Төбәктең Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы документтарында билдәләнеүенсә, унитар предприятиелар яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тип үҙгәртелә. Республика яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә берҙән-бер ҡатнашыусы буласаҡ. Йәмғиәттең беренсе йыйылышына тиклем предприятиеларҙың етәкселеге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең Директорҙар советына инәсәк һәм үҙҙәренең вазифаһын һаҡлап ҡаласаҡ. Хакимиәттәр яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте теркәргә һәм милекте тапшырыу буйынса документтар әҙерләргә тейеш. Шулай уҡ бойороҡ менән аудитор компанияһы тәғәйенләнә.
Башҡортостандың дәүләт шифаханаларын хосусилаштырыу проекты быйыл яҙ билдәле булды. Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев аңлатыуынса, дәүләт унитар предприятиеларын тулыһынса дәүләт ҡатнашлығында акционерлаштырыу менеджмент сифатын яҡшыртыу, предприятиеның баҙар хаҡын күтәреү мөмкинлеген бирәсәк.
«Танып», «Йәшел сауҡалыҡ», «Красноусол», «Яҡтыкүл», «Янғантау», «Йоматау», «Ҡарағай», «Талҡаҫ», «Ассы» шифаханалары, шулай уҡ «Салют» шифахана-һауыҡтырыу лагеры 2016-2017 йылдарҙа дәүләт милкен хосусилаштырыу программаһына индерелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика