06:57 (UTC+5), 23 Сентября 2016

Йомортҡа етештереү буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урын биләүен дауам итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Йомортҡа етештереү буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урын биләүен дауам итә. Иң яҡшы бишәү иҫәбенә шулай уҡ Ростов һәм Белгород өлкәләре, Пермь һәм Краснодар крайҙары инә.
Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың тәүге һигеҙ айында илдә йомортҡа етештереү 3,1 процентҡа — 22,4 миллиард данаға тиклем артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ошо ваҡыт эсендә илдең ауыл хужалығы ойошмаларында ҡош ите етештереү 3,7 миллион тонна тәшкил иткән. Был уҙған йылға ҡарағанда 4,1 процентҡа, йәки 146,7 мең тоннаға күберәк.
Быйыл ғинуар-август айҙарында Ставрополь крайында, Брянск һәм Пенза өлкәләрендә, шулай уҡ Мордовияла һәм Сыуашстанда ҡош ите етештереү артҡан.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика