10:58 (UTC+5), 22 Сентября 2016

Республикала Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезы уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 27-30 сентябрҙә Өфөлә V Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезы уҙғарыла. Сара бөйөк рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Константиновский межалау институтының беренсе директоры С.Т. Аксаковтың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, съезд эшендә 500-гә яҡын кеше — Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән вәкилдәр һәм сит ил делегациялары ҡатнаша.
Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы, Росреестр етәкселәре, кадастр инженерҙары ойошмалары, власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ кадастр эштәре заказсылары, кадастр инженерҙарын аттестациялау буйынса квалификация комиссиялары белгестәре Өфөгә йыйыла.
2012 йылдан башлап йыл һайын Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезы үткәрелә. Унда кадастр өлкәһендәге киҫкен проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика