06:24 (UTC+5), 22 Сентября 2016

Рөстәм Хәмитов «Транспорт системалары. Махсус техника һәм ҡорамалдар» күргәҙмәһен ҡараны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 21 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында ойошторолған I «Транспорт системалары. Махсус техника һәм ҡорамалдар» күргәҙмәһен ҡараны.
Бында яңы коммерция транспорты һәм юл-төҙөлөш техникаһы, материалдар һәм ҡорамалдар, запас частар, майлау материалдары, экспедиция хеҙмәттәре, автотранспорт мониторингы системалары ҡуйылған. Күргәҙмәлә бөтәһе илдең 10 төбәгенән, шул иҫәптән Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Татарстандан, Силәбе, Кемеров, Свердловск, Брянск, Нижегород өлкәләренән 70-кә яҡын компания ҡатнаша.
Күргәҙмәлә ГЛОНАСС системаһының Башҡортостан буйынса төбәк операторы юл хәрәкәте, пассажирҙар һәм йөк ташыу мониторингының инновация системаларын тәҡдим иткән. Әлеге ваҡытта ошо маҡсатта илдә етештерелгән пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу күҙаллана. Рөстәм Хәмитов юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн ошо системаны артабан үҫтереү кәрәклеген билдәләне.
«Машиналар һәм приборҙар эшләү компаниялар төркөмө» (Брянск), Кемеров тәжрибә ремонт-механика заводы, Кировград ҡаты иретмәләр заводы, «Меркатор Холдинг» (Мәскәү) компаниялары юл-төҙөлөш һәм коммуналь техниканың заманса өлгөләрен, Башҡортостандың «Башбетон», «Россильбер» компаниялары, шулай уҡ Нефть химияһы һәм эшкәртеү институты юл төҙөлөшө өлкәһендәге инновация материалдарын тәҡдим иткән. Төбәк етәксеһе республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына перспективалы материалдар етештереүселәр менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә ҡушты.
– Ошо йәһәттән импортты алмаштырыу килеп сыға икән, ярҙам итергә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев эске һауа юлдары терминалын реконструкциялау барышы тураһында хәбәр итте, был уның үткәреү һәләтен күпкә арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Күргәҙмәне ҡараған саҡта төбәк етәксеһе Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль магистрале идаралығының стенды менән танышты һәм ошо трассаны тәртиптә тотоу кәрәклеген билдәләне.
– Федераль йәки республика юлымы – халыҡҡа барыбер. Иң мөһиме – сифатлы эшләү, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Форум эштең яңы варианттарын күрһәтер, тип ышанам. Иң мөһиме, белгестәр төҙөлөштөң сифаты яҡшырһын өсөн дөрөҫ ҡарар ҡабул итә аласаҡ.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика