11:09 (UTC+5), 20 Сентября 2016

Рөстәм Хәмитов Волга буйы таможня идаралығы етәксеһе Сергей Рыбкин менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 20 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Волга буйы таможня идаралығы етәксеһе Сергей Рыбкин менән осрашты. Яҡтар халыҡ-ара инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда таможня процедураларын камиллаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Сергей Рыбкин төбәк етәксеһенә Өфөлә Харбин төбәк таможняһындағы (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) коллегаларыбыҙ менән халыҡ-ара осрашыу үткәреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Өфө Ҡытайҙағы коллегаларыбыҙ менән халыҡ-ара осрашыу өсөн майҙансыҡ итеп һайланды. Харбин төбәк таможняһы етәкселәре бында үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләрен ҡарау, тауарҙарҙың кодын, таможня хаҡының индексын дөрөҫ билдәләү буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн килде. Улар менән декларацияларҙы сифатһыҙ тултырыу мәсьәләләрен ҡарайбыҙ, – тине Волга буйы таможня идаралығы етәксеһе.
Башҡортостан таможняһында төбәктәргә йөк ташыу өсөн ваҡытты ҡыҫҡартыу маҡсатында электрон транзит буйынса тәжрибә үткәрелә, тип хәбәр итте Сергей Рыбкин. Бынан тыш, Волга буйы федераль округындағы берҙән-бер Электрон декларациялау үҙәгенең эше баһаланасаҡ.
– Эшҡыуарҙарҙың фекерҙәрен һәм тәҡдимдәрен тикшергәндә таможня теге йәки был сәбәптәр буйынса эштең әүҙемлегенә йоғонто яһай, тип әйтеп булмай. Ул юҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйтеүегеҙсә, беҙҙең таможняла тәжрибә үткәрелә. Был сәнәғәтселәр, эшҡыуарҙар, етештереүселәр өсөн тормошто еңеләйтә.
Волга буйы таможня идаралығы етәксеһе республикала Ҡытай менән инвестиция проекттарын оҙатыу буйынса Башҡортостан таможняһы башлығы етәкселегендә эшсе төркөм ойошторолоуы тураһында һөйләне.
– Бөгөн Ҡытай яғы Волга буйы федераль округы буйынса 104 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһен ҡарай, – тине Сергей Рыбкин. – Ҡарарҙар ҡабул ителһә, тауарҙарҙы классификациялау, таможня хаҡы индексын ҡабул итеү, инвесторға мәғлүмәт биреү юлы менән проектты оҙатыу буйынса проблемалар булмаясаҡ.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика