Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Сентябрь 2016, 12:38
Республикала 23 мең эшһеҙ һәм 37 мең вакансия иҫәпләнә
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Әле Башҡортостанда 23 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ һәм 37 мең самаһы вакансия иҫәпләнә.
Республикала теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,15 процент тәшкил итә.
Хәҙер баш ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә яҡынса 7,5 мең кеше иҫәптә тора. Уларҙың 6,5 мең самаһы — эшһеҙ. Ҡаланың вакансиялар банкында 12,6 меңдән ашыу эш урыны иҫәпләнә.
Өфөлә көсөргәнешлек коэффициенты йәғни эшһеҙ граждандар һәм вакансияларҙың нисбәте 0,59-ға тиң. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,09 процент тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.
Йыл башынан хеҙмәт биржаһы ярҙамында 13,5 мең кеше эш тапҡан.
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
хеҙмәт баҙары
Читайте нас