10:19 (UTC+5), 14 Сентября 2016

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен яңыртыу өсөн республикаға йылына 2 миллиард һум самаһы шәхси инвестициялар кәрәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен яңыртыу өсөн Башҡортостанға йылына 2 миллиард һум самаһы шәхси инвестициялар кәрәк. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Премьер-министр урынбаҫары Владимир Нагорный белдерҙе.
«Быйыл Башҡортостан ҡаҙнаһынан йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу өсөн 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде — 2015 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, әммә был ғына етмәй. Беҙгә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен яңыртыуға йылына ике миллиард һум самаһы кәрәк. Ошо айырманы шәхси инвестициялар иҫәбенә компенсацияларға тейешбеҙ», — тине вице-премьер.
Бөгөн республикала ошондай проекттар әҙерләнә, тип хәбәр итте Владимир Нагорный. Атап әйткәндә, Туймазы районында 450 миллион һумға йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу буйынса проект тамамлана.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары әйтеүенсә, әлегә республикала 24 концессия килешеүе ғәмәлдә. Газпромбанк, Уралсиб, Социнвестбанк һәм ВТБ әүҙем инвесторҙар булып сығыш яһай. Инвесторҙар ҙур проекттар менән ҡыҙыҡһына, айырыуса муниципаль райондар концессия килешеүҙәренә мохтаж, тип билдәләне Владимир Нагорный.
Капитал һалыуҙарҙың дөйөм күләмендә заем аҡсаларының өлөшө торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеүҙең төп маҡсатлы йүнәлеше булып тора. 2016 йылға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеү күрһәткесе 21 процент тәшкил итә. Рәсәй Президенты Указына ярашлы, йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү һәм таҙартыу системаһында капитал һалыуҙарҙың дөйөм күләмендә заем аҡсаларының өлөшө 30 процентҡа тиклем артырға тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика