11:59 (UTC+5), 14 Сентября 2016

Рөстәм Хәмитов Бөгөлсән ҡояш электр станцияһында булды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 14 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында Бөгөлсән ҡояш электр станцияһында булды. Уның беренсе сираты 2015 йылдың декабрендә сафҡа индерелгән.
Объекттың инвесторы булып «Авелар Солар Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Проект майҙаны 52 гектар тәшкил иткән ер участкаһында тормошҡа ашырыла. Ошо йылдың 1 апреленән станция электр энергияһы һәм ҡеүәтенең күмәртә баҙарына сығарылған.
«Авелар Солар Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҫеш буйынса директоры Айҙар Хафизов әйтеүенсә, 2016-2017 йылдарҙа икенсе һәм өсөнсө сиратты төҙөү күҙаллана, һуңынан электр станцияһы проект ҡеүәтенә сығасаҡ. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,6 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Алдағы йылдарҙа «Хевел» компанияһы Башҡортостанда ҡояш электр станциялары селтәрен төҙөргә ниәтләй, уға Бөгөлсән станцияһы ла инә. Төбәктә уларҙың дөйөм ҡеүәте 64 МВт тәшкил итәсәк. Башҡортостанда ҡояш радиацияһының кимәле юғары, тип билдәләне Айҙар Хафизов. Көньяҡ райондар электр энергияһын етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирә.
Рөстәм Хәмитов станцияның эш режимы һәм йыл миҙгеленә, метеорологик шарттарға бәйле электр энергияһын етештереү күләме менән ҡыҙыҡһынды. Бөгөлсән ҡояш электр станцияһы буйынса йыллыҡ план – сәғәтенә 6 ГВт, тип хәбәр итте участка начальнигы Владимир Апракин. Станция эшләй башлағандан алып сәғәтенә 4 ГВт алынған. Икенсе һәм өсөнсө сират сафҡа индерелгәс, етештереү йылына 17-18 ГВт тәшкил итәсәк. Ҡояш электр станцияһы райондың электр энергияһына ихтыяжын 60-70 процентҡа тәьмин итә ала.
Башҡортостан Башлығы проект төбәк энергетикаһы өсөн әһәмиәтле тип билдәләп, был башланғысты хупланы.
– Һуңғы ваҡытта Сибай, Баймаҡ районы электр энергияһына ҡытлыҡ кисерә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ул яҡтарҙа төҙөлөш эштәрен әүҙемерәк алып барырға кәрәктер, моғайын. Әгәр унда 50-100 МВт булһа, инвесторҙар ҙа килер ине.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика