06:14 (UTC+5), 14 Сентябрь 2016

Благовещенда заманса инкубатор һәм ҡош итен эшкәртеү заводы сафҡа индерелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 13 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Благовещен районына эш сәфәре барышында «Рус Игене Өфө» холдингына ингән «Турбаҫлы бройлеры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте инкубаторында булды.
Заманса бина йылына 800 мең себеш сығарыу ҡеүәтенә эйә булған иҫке инкубаторҙа төҙөлгән. Әлеге күләм алты производствоны үҙ эсенә алған холдинг талаптарына яуап бирмәй ине, шуға күрә уны яңыртыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Проектҡа инвестициялар яҡынса 370 миллион һум самаһы тәшкил иткән. Инкубатор биләмәһендә инкубация мөхитен көйләргә, инкубация процесын контролдә тоторға һәм энергия сығымдары кимәлен кәметергә мөмкинлек биргән заманса автоматлаштырылған ҡорамал ҡуйылған. Бынан тыш, инкубатор елләтеү һәм климат-контроль системалары менән йыһазландырылған.
Холдингтың генераль директоры Станислав Насимов әйтеүенсә, алдынғы технологиялар көнөнә 100 мең яңы тыуған себеш тәьмин итәсәк, был йылына яҡынса 42 миллион тигән һүҙ. Йәш тауыҡтар «Ашҡаҙар» һәм «Туймазы» ҡошсолоҡ фабрикаларына ебәреләсәк. Йыллыҡ табыш 1 миллиард һумдан ашыу тәшкил итер тип көтөлә.
Рөстәм Хәмитов етештереүҙең тулы циклы менән танышты һәм эштең, инновация технологияларын ҡулланып, заманса кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.
Август аҙағында предприятиела ҡош итен эшкәртеү заводы эшләй башланы, тип хәбәр итте Станислав Насимов. Уны төҙөү өсөн инвестициялар 2,1 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Бында ҡош ите етештереү һәм унан төрлө ризыҡтар әҙерләү ойошторолған. Бынан тыш, «Турбаҫлы бройлеры» майҙансығында ҡалдыҡтарҙы утилләштереү цехы, етештереү лабораторияһы һәм сеймал, әҙер продукция өсөн келәттәр ҡаралған. Заводты сафҡа индереү арҡаһында агрохолдинг ҡошсолоҡ фабрикаларының продукцияны тәрән эшкәртеү өлөшө яҡынса 70 процент тәшкил итәсәк, был илдә иң юғары күрһәткес булып тора.
Рөстәм Хәмитов Благовещен районына эш сәфәре барышында «Сателлит» заводы эшмәкәрлеге менән танышты, «Благовещенский пластик» предприятиеһында булды.
1 из 7
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика