16:00 (UTC+5), 13 Сентября 2016

1 октябргә тиклем льготалылар социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын билдәләргә тейеш

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 октябргә тиклем федераль льготалылар социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын файҙаланыу вариантын билдәләргә тейеш. Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, льготаға эйә булған кешеләр социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан йәки уның бер өлөшөнән баш тартыу йә иһә социаль хеҙмәттәр алыуҙы тергеҙеү тураһында ғариза яҙа ала.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, бынан алда ҡабул ителгән ҡарар үҙгәргән осраҡта ғына Пенсия фонды идаралығына ғариза бирергә кәрәк. Хәҙер күп функциялы үҙәктәрҙә лә шундай ғариза яҙырға була.
Социаль пакеттың хаҡы айына 995,23 һум тәшкил итә. Шуның 766,55 һумы — тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, 118,59 һумы — шифахана-курортта дауаланыуға, 110,09 һумы ҡала яны тимер юл транспортында бушлай йөрөүгә, дауалана торған ергә барыу һәм ҡайтыу өсөн юл хаҡын түләүгә бүленә.
Әле Башҡортостанда федераль льготаға эйә булған 335 мең кеше йәшәй. Уларҙың 301 меңдән ашыуы социаль хеҙмәттәр урынына аҡсалата компенсация алырға теләк белдергән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика