07:19 (UTC+5), 09 Сентября 2016

Төбәктә 16 страховка компанияһы «Берҙәм агент» системаһы аша ОСАГО полистарын һата

Арина Рәхимҡолова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй автостраховкалаусылар союзы үҙенең сайтында «Берҙәм агент» системаһы аша ОСАГО полистары һатылған урындар исемлеген баҫтырып сығарҙы. Унда 397 адрес тураһында мәғлүмәт бар. Башҡортостанда 16 страховка компанияһы 25 адрес буйынса ОСАГО полистарын һата.
«Беҙ илдең берҙәм агент системаһы эшләй башлаған туғыҙ субъектында компанияларҙан кәрәкле мәғлүмәттәр йыйҙыҡ. Хәҙер автоһәүәҫкәрҙәргә үҙ төбәгендә агент булып сығыш яһаған һәм коллегаларының ОСАГО полистарын һатҡан страховкалаусының адресын эҙләргә кәрәкмәй», — тине Бөтә Рәсәй страховкалаусылар союзы һәм Рәсәй автостраховкалаусылар союзы президенты Игорь Юргенс.
Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә ОСАГО полистарына бәйле проблемалар килеп тыуғанлыҡтан, Рәсәй автостраховкалаусылар союзы ОСАГО хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре сиктәрендә килешеү әҙерләне. Уға ярашлы, ошондай төбәктәрҙә филиалдары булған страховкалаусылар Рәсәй автостраховкалаусылар союзы ағзалары исеменән агент сифатында ОСАГО полистарын һата. Килешеү 2 августан үҙ көсөнә инде.
Тәүҙә проект Волгоград, Мурманск, Ростов, Силәбе өлкәләрендә һәм Краснодар крайында эшләй башланы. 24 августа уларға Иванов өлкәһе, 30-да Башҡортостан, Татарстан һәм Архангельск өлкәһе ҡушылды. Ошо ваҡыт эсендә 22 мең ОСАГО килешеүҙәре төҙөлдө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика