Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Сентябрь 2016, 16:54

Өфө яңы аҡсалар өсөн символдар һайлау буйынса бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡманы

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй банкының 200 һәм 2000 мең һумлыҡ яңы банкноталары өсөн символдар һайлау буйынса конкурстың финалына сыҡҡан ҡалалар иғлан ителде.
Рәсәй банкының сайтында хәбәр итеүҙәренсә, исемлектә Владимир, Волгоград, Алыҫ Көнсығыш, Иркутск, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Петрозаводск, Севастополь, Сергиев Посад, Сочи бар.
Бөгөн, 5 сентябрҙә, һайлап алыуҙың өсөнсө этабы башланды. Уның барышында рәсәйҙәргә ун дәғүәсенән ике ҡаланы йәки биләмәне һайларға кәрәк.
Бының өсөн Твоя-Россия.рф сайтында тауыш бирергә мөмкин. Тауыш биреү 7 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә тамамлана. Тағы ла бер ысул — 1 октябрҙә Рәсәй банкының Асыҡ ишектәр көнөнә килергә һәм анкета тултырып, оҡшаған символ өсөн тауыш бирергә була.
Бынан тыш, 14 һәм 15 сентябрҙә «Аргументы и факты» һәм «Комсомольская правда» гәзиттәрендә тауыш биреү өсөн анкеталар баҫыла. 7 октябрҙә киске сәғәт 6-ла «Рәсәй 1» телеканалы эфирында тауыш биреүҙең һуңғы этабы уҙа. Унда һайлап алыуға йомғаҡ яһала һәм ике еңеүсе билдәләнә.
Читайте нас: