05:15 (UTC+5), 30 Августа 2016

Башҡортостанда ипотека буйынса өҫтәмә субсидиялау индерелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда ипотека кредиттары буйынса өҫтәмә субсидиялау индерелә. Проект ипотека ставкаһын йылына 10 процентҡа тиклем өҫтәмә субсидиялау иҫәбенә төҙөлөүсе торлаҡҡа ихтыяжды стимуллаштырыуға иҫәпләнгән.
«2015 йылда ипотека буйынса процент ставкаһын йылына 12 процентҡа тиклем кәметкән федераль программаның эшләй башлауы көрсөк осоронда төҙөлөүсе торлаҡ баҙарына булышлыҡ итте, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов. — Программа аша бирелгән кредиттар һаны 50 процентҡа тиклем тәшкил итте. Программаны тормошҡа ашырыу халыҡтың беренсел торлаҡҡа ихтыяжы булыуын күрһәтте».
Ултырышта хәбәр итеүҙәренсә, проект 2016 йылдың 1 июненән федераль программа буйынса бирелгән ипотека кредиттары буйынса процент ставкаһын өҫтәмә субсидиялауҙы күҙ уңында тота.
Программала ҡатнашыусыларҙың исемлеге «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһында ҡатнашыуға хоҡуҡлы граждандар менән сикләнгән. Бында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәптә тороусылар, шулай уҡ 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр һәм күсемһеҙ милектәре булыу-булмауға ҡарамаҫтан, ике һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр инә.
Сара республика ҡаҙнаһы аҡсаһы иҫәбенә финанслана. 2016 йылда ошо маҡсатҡа 27,7 миллион, киләһе йылдарҙа йыл һайын 50 миллион һум ҡаралған.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, финанслау күләменән сығып, программаға 1800 самаһы кредитты индерергә мөмкин. Ҡабаттан иҫәпләгәндә, өҫтәмә торлаҡ төҙөү яҡынса 97 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика