Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Август 2016, 09:59
Башҡортостанда 50 йәштән өлкән заемсылар күбәйгән
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанда 50 йәштән өлкән заемсылар күбәйгән. Йыл башынан республикала был күрһәткес заемсыларҙың дөйөм һанынан 1,4 процент пунктынан 28 процентҡа тиклем артҡан. Был хаҡта кредит тарихының милли бюроһы хәбәр итә.
Алты төбәктән тыш, илдең барлыҡ субъекттарында ла тиерлек 50 йәштән өлкән заемсылар һаны артҡан. Айырыуса Чечен Республикаһында (35,3 процент), Тыва һәм Алтай республикаларында (34 процент һәм 33,7 процент). Ошо күрһәткес буйынса төбәктәрҙең дөйөм рейтингында Башҡортостан илдең 83 төбәге араһында бишенсе урын алған.
Теги:
кредиттар
Читайте нас: