07:49 (UTC+5), 18 Августа 2016

Рөстәм Хәмитов: «Алдағы йылдарҙа «Башнефть» тағы ла яҡшыраҡ эшләйәсәк, дивидендтар ҙа күберәк буласаҡ»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башинформ» агентлығына интервьюһында федераль властарҙың «Башнефть» нефть компанияһының федераль пакетын хосусилаштырыу ваҡытын кисектереү тураһындағы ҡарарына аңлатма бирҙе.
— Рөстәм Зәки улы, ил Президенты Владимир Путиндың һәм Премьер-министр Дмитрий Медведевтың «Башнефть» компанияһын хосусилаштырыуҙы кисектереү тураһындағы ҡарары күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Һеҙ быны нисек баһалайһығыҙ?
— Беҙ «Башнефть» компанияһы акцияларының федераль пакетын хосусилаштырыуға бәйле күп кенә мәсьәләләрҙе тикшереүҙә ҡатнаштыҡ. Шуға күрә минең өсөн көтөлгән хәл булды был.
Мин ошо ҡарарҙы хуплайым, сөнки «Башнефть» компанияһын республика мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмайынса һатырға ярамағанлығын баштан уҡ аңлай инек. Һуңғы айҙарҙа Хөкүмәт ағзалары менән һөйләшеүҙәрҙә, осрашыуҙарҙа ошо фекерҙе яҡланыҡ.
— Рөстәм Зәки улы, күп эксперттар билдәләүенсә, кисектереүгә һеҙҙең ил Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәтегеҙ сәбәпсе булған. Һеҙ ҡасан уға мөрәжәғәт иткәйнегеҙ?
— Владимир Владимирович менән осрашҡан саҡта үҙемдең фекеремде еткерҙем, тәҡдимебеҙҙе раҫлаған тейешле документтар әҙерләнем.
Иғтибарҙы тәү сиратта «Башнефть» компанияһының Башҡортостан өсөн система булдырыусы компания булыуына йүнәлттек. Ул республика ҡаҙнаһына яҡынса 35 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем килтерә. Шуға күрә хосусилаштырыу буйынса эш ентекле алып барылырға тейеш.
Икенсе. Республика халҡы «Башнефть» акцияларын дәүләт милкенә тапшырыуҙы хуплап ҡабул итте. Әлбиттә, был осраҡта Башҡортостанда йәшәүселәрҙең дә мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмау мөмкин түгел ине.
Өсөнсө. Беҙ «Башнефть» компанияһының нефть химияһы, химия йүнәлештәре буйынса стратегик үҫеш программаһы әҙерләүе хаҡында һөйләнек. Әгәр ошо проекттар тормошҡа ашырылһа, ике-өс йылдан компанияның хаҡы артыр ине.
— Рөстәм Зәки улы, дивиденд сәйәсәтенә килгәндә, быйыл сумма күберәк буласаҡ, тип хәбәр иткәйнеләр. Был аҡсалар ҡасан республика бюджетына күсә һәм ниндәй маҡсатҡа йүнәлтелә?
— 17 августа республика ҡаҙнаһына 7 миллиард 250 миллион һум аҡса инә. «Башнефть» дивидендтары мөһим объекттар – мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары төҙөү өсөн тотонола. Алдағы йылдарҙа «Башнефть» тағы ла яҡшыраҡ эшләр һәм дивидендтар ҙа күберәк булыр, тип ышанам.
Өҫтәүенә, алда беҙҙе ҙур саралар көтә. 2019 йылда – Башҡортостандың 100 йыллығы, Бөтә донъя балалар уйындары. 2020 йылда Фольклориаданы ҡабул итәбеҙ. Әле 2021 йылда Өфөлә Бөтә донъя умартасылар форумын үткәреү хоҡуғын алыуға әҙерлек бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика