08:48 (UTC+5), 17 Август 2016

Башҡортостан «Башнефть» компанияһын хосусилаштырыу ваҡытын кисектереүҙе хуплай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башнефть» нефть компанияһының 25 процент акцияһына эйә булған Башҡортостан Рәсәй Хөкүмәтенең компанияның федераль пакетын хосусилаштырыу ваҡытын кисектереү тураһындағы ҡарарын хуплай, тип хәбәр итә «Интерфакс».
«Рөстәм Хәмитов был ҡарар менән риза һәм ул ҙур нефть компанияларының береһен хосусилаштырыу мәсьәләләренә ентекле, шул иҫәптән Башҡортостандың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып ҡарарға мөмкинлек бирә тип иҫәпләй», — тип хәбәр иттеләр «Интерфакс» агентлығына республика Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Матбуғат хеҙмәтендә Рөстәм Хәмитовтың федераль властарға дәүләт пакетын хосусилаштырыуҙы кисектереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итеүен раҫланылар.
Быға тиклем Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведевтың матбуғат секретары Наталья Тимакова Хөкүмәт башлығы «Башнефть» компанияһын хосусилаштырыуҙы кисектереү тураһында ҡарар ҡабул итеүен һәм президент Владимир Путиндың уны хуплауын хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика