06:58 (UTC+5), 15 Августа 2016

Рөстәм Хәмитов юл төҙөлөшө өлкәһендә инновация предприятиеһы булдырырға тәҡдим итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Белоретҡа эш сәфәре барышында «Россильбер» сәнәғәт компанияһының эшмәкәрлеге менән танышты. Ул нефть, газ, металлургия, целлюлоза-ҡағыҙ һәм юл-төҙөлөш сәнәғәте өсөн махсус тәғәйенләнешле реагенттар һәм майлау материалдары әҙерләүгә, етештереүгә һәм индереүгә махсуслаша.
«Россильбер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Илшат Хафизов әйтеүенсә, производствола файҙаланылған ҡорамал үҙебеҙҙең проекттар буйынса йыйылған. Компания импортты алмаштырыу программаһында әүҙем ҡатнаша: ҡулланыусыларға битумдың, майҙың, юл реагенттарының яңы модификацияһын тәҡдим итә.
Рөстәм Хәмитов компания белгестәре менән Башҡортостанда файҙаланылған битумдың сифатын тикшерҙе һәм юл төҙөлөшө өлкәһендә берлектәге предприятие төҙөргә тәҡдим итте.
– Башҡарған эштәрегеҙ тәьҫирләндерә, – тине төбәк Башлығы. – Кемдеңдер яңы производство асыуы, яңы технологиялар индереүе, яңы идеялар тәҡдим итеүе – беҙҙең өсөн иң ҙур награда.
Сәфәр йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығына, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына тейешле күрһәтмәләр биреләсәк, шулай уҡ компанияның эштәрен файҙаланыу һәм уны артабан үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәреләсәк, тип билдәләне республика етәксеһе.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика