Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Август 2016, 17:29
Башҡортостанда торлаҡ һатып алыу өсөн кредиттың уртаса күләме — 1,6 миллион һум
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Кредит тарихының милли бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда ғаилә өсөн ипотека кредитының дөйөм күләме 1,6 миллион һум тәшкил иткән. Кредиттың уртаса срогы — 14,4 йыл, ғаиләнең уртаса килеме иһә 59,9 мең һум тәшкил итә.
Сағыштырыу өсөн: былтыр тәүге ярты йыллыҡта республикала ипотеканың уртаса күләме — 1,4 миллион һум, кредиттың срогы — 14,4 йыл, ғаиләнең айлыҡ килеме 57,4 мең һум булған.
Беренсе ярты йыллыҡта банктар төбәк халҡына 19,2 миллиард һумлыҡ 13 729 торлаҡ кредиты
биргән
, был уҙған йылдағы күрһәткестәрҙән 63,3 һәм 70,5 процентҡа күберәк.
Теги:
кредитлау
ипотека
Читайте нас: