Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Август 2016, 14:05
Төбәктә алдынғы райондар ашлыҡ сабыу буйынса «экватор»ҙы үтте
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Республикала алдынғы райондар ашлыҡ сабыу буйынса «экватор»ҙы үтте. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле 740 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 700 мең самаһы гектарҙа — һуғылған. Илеш, Мәләүез, Шаран, Дүртөйлө, Нуриман, Стәрлебаш, Саҡмағош райондарында сабыу буйынса пландың яртыһы үтәлгән. Һуңғы дүрт район да иген һуғыу буйынса «экватор»ҙы үтте.
Яҡынса 1,5 миллион тонна ашлыҡ һуғылған, гектарҙан уртаса уңыш 20,5 центнер тәшкил итә. Иң юғары уңыш Саҡмағошта — гектарҙан 31 центнер, һуғып алыуҙа стәрлетамаҡтар алда бара — 82 мең тонна.
Теги:
ауыл хужалығы
уңыш йыйыу
Читайте нас