09:25 (UTC+5), 05 Августа 2016

Башҡортостанда ашлыҡтан яҡшы уңыш көтөлә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Яҡынса фараздар буйынса, Башҡортостанда ашлыҡтан яҡшы уңыш алыу көтөлә. Республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына биргән интервьюһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов ошо хаҡта белдерҙе.
«Уңышҡа, айырыуса ужым культураларына өмөт ҙур. Бөгөнгә игенселәр миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйған, уның күпселек өлөшө ужым бойҙайына тура килә. Әле һәр гектарҙан уртаса 21,1 центнер уңыш алына. Саҡмағош районында был күрһәткес 31,1 центнерға етә», — тине вице-премьер.
Быйыл ужым арышы ла үҙен аҡланы. Уңышы бойҙайға ҡарағанда бер аҙ кәмерәк булһа ла, быйыл уның хаҡы һуңғы бер нисә йылда тәүге тапҡыр илдең иген баҙарында бойҙай хаҡынан артып китеүе ихтимал.
«Һауа шарттарының яҡшы булыуы арҡаһында ужым культураларын иртә йыя башланыҡ. Әлбиттә, беҙ быға бик шатбыҙ. Сөнки был урып йыйыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, иң мөһиме, юғалтыуһыҙ тамамларға мөмкинлек бирә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Мөхәмәтдинов.
Көҙ башланғансы баҫыуҙарҙан бөтә ужым һәм яҙғы, ҡуҙаҡлы культураларҙың яҡынса 75 процентын йыйып алыу мөһим.
«Яҙғы иген буйынса фараздар ҡыуаныслы түгел: көндәрҙең эҫе тороуы ашлыҡты киптерә. Һандарға килгәндә, ужым игенен иҫәпкә алып, өс миллион тоннанан ашыу. Шуның менән бергә республиканың ҡеүәте киләсәктә дүрт миллион тонна ашлыҡ алыу хаҡында һөйләргә мөмкинлек бирә», — тип өҫтәне вице-премьер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика