ӨФӨ, 2016 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
HeadHunter эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү буйынса сайт Башҡортостандағы вакансияларҙы тикшергән һәм бик һирәк осрағандарының исемлеген төҙөгән. Август айының стандарт булмаған ун вакансияһы иҫәбенә таргетолог (эш хаҡы — 40-80 мең), педалһеҙ велосипед буйынса инструктор, биҙәүсе һәм ирекмән (эш хаҡы килешеү буйынса), тиҙ уҡыу буйынса уҡытыусы (10-20 мең һум), Ушу-Саньда (Саньшоу) буйынса тренер (5 мең һумдан алып), граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса әйҙәүсе белгес (17-20 мең), ҡултамғалар йыйыусы (25 мең), татуаж яһау оҫтаһы (25-50 мең), фандрайзер (14-35 мең) ингән.