11:12 (UTC+5), 29 Июня 2016

Баш ҡалала етештереүселәр һәм чиновниктар башҡорт һөтөнөң намыҫын яҡланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Россельхознадзор»ҙың һөттә эзбиз, аҡбур, гипс һәм һабын рәүешендәге өҫтәмәләр табылыуы тураһында белдереүенән һуң Өфөлә матбуғат конференцияһы ойошторолдо. 20 июндә яңғыраған мәғлүмәт илдә һөт етештереүгә ҡағылды һәм ҙур резонанс тыуҙырҙы.
«Россельхознадзор»ҙың республика идаралығы етәксеһе Юрий Петров аңлатыуынса, ҡайһы бер матдәләрҙең һөт сәнәғәтендә файҙаланылған эмульгаторҙар ҡулланыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был әҙер ризыҡҡа сит матдәләрҙе ҡушыу тигәнде аңлатмай. «Был бер кемгә лә кәрәкмәй. Етештереүҙең бөтә этаптарында ла тикшереүҙәр уҙғарыла», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Һөтсөлөк союзы вәкилдәре.
«Россельхознадзор»ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан 279 һөт продукцияһы өлгөһө алынған һәм 40 фальсификациялау осрағы асыҡланған. Шуларҙың 25 осрағы урында етештерелгән тауарҙарға ҡараған. «Һөт майын үҫемлек майы менән алмаштырыу тыйылмай. Әммә был осраҡта тауар һөт түгел, ә һөт продукты тип аталырға тейеш. Быны этикеткала яҙырға кәрәк. Әгәр етештереүсе составы үҙгәртелгән продукцияны тәбиғи ризыҡ тип атай икән, бына ошо була инде фальсификациялау», — тине Юрий Петров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика