Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
0
90.4
0
66.47
+1.13
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июнь 2016, 10:45

Төбәктә халыҡтың аҡсалата килемен иҫәпләнеләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанстат ағымдағы йылдың тәүге дүрт айында республикала халыҡтың йән башына аҡсалата килемен иҫәпләне.
Мәҫәлән, ғинуар айында был күрһәткес 20 745,5 һумға тиң булһа, февралдә — 24 179,3, мартта — 22 729,5, апрелдә иһә 24 942,9 һумға еткән.
Проценттарҙа ҡарағанда, реаль килем былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда бер аҙ кәмегән. Быйыл ғинуарҙа был күрһәткес 100,6 процент тәшкил иткән, апрелдә 91,7 процентҡа тиклем кәмегән, тип билдәләй статистиктар.
Читайте нас: