10:28 (UTC+5), 27 Июня 2016

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ бәләкәй эшҡыуарлыҡ эшенә йүнәлеш биреүсе төбәк булырға тейешбеҙ»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ Башҡортостан иҡтисадының үҫеш факторы булырға тейеш. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында ошо хаҡта белдерҙе.
– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ – ил үҫешенең төп варианттарының береһе, тип ҡабатлауҙан туҡтамайым. Әгәр ҙә бизнес менән шөғөлләнергә теләгәндәргә ярҙам итмәһәк, бер нәмә лә булмаясаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ республикала эшләгән ҙур предприятиеларҙың биш йыллыҡ пландарын күрәбеҙ. Унда төҙөлөштәр, инвестициялар бар, әммә иң мөһиме – көслө үҫеш юҡ. Бындай динамиканы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ҡына бирә ала.
Республикала эшҡыуарлыҡҡа булған ҡараштың бер аҙ үҙгәреүе Башҡортостандың Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында 40-сы урындан 20-гә күтәрелеүенә килтерҙе, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Былтыр беҙҙең позициялар юғары баһаланманы. Миңә ниндәйҙер дәрәжәлә ошо сәбәп арҡаһында ла Башҡортостан Хөкүмәтенең иҡтисад блогы етәкселеген алмаштырырға тура килде. Беҙ хаталар өҫтөндә етди эш алып барҙыҡ һәм быйыл илдең егерменсе төбәге булдыҡ. Инвестиция үҫеше, инвестиция йәлеп итеү буйынса тәүге егерме төбәк – илдә күп йүнәлештәр буйынса лидер. Был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы күренеш, әммә алға ынтылырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ лидер, бәләкәй эшҡыуарлыҡ эшенә йүнәлеш биреүсе төбәк булырға тейешбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика