08:18 (UTC+5), 23 Июнь 2016

Республикала рельс автобусы йөрөй башлай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 1 июлдән республикала Өфө — Ҡандра — Туймазы маршруты буйынса РА-2 маркалы рельс автобусы йөрөй башлай. Ул 300 самаһы пассажирҙы һыйҙыра ала. Өфө станцияһынан поезд киске 5 тула 22 минуттан ҡуҙғала, Ҡандраға 8-се 28 минутҡа һәм Туймазы станцияһына 9-сы бер минутҡа барып етә.
2 июлдән Туймазы — Ҡандра — Өфө йүнәлешендәге рейстар башҡарыла. Туймазынан таңғы сәғәт 4 тула 2 минуттан ҡуҙғала һәм Ҡандраға — таңғы 5-се 31 минутта, Өфөгә 8-тула 25 минутта барып етә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһында.
«Ҡала яны поезы расписаниеһы Октябрьский, Туймазы ҡалаларында һәм алты районда йәшәүселәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлдө. Хәҙер улар юл тығындарына осрамайынса эшләгән йәки уҡыған урындарына барып етәсәк. Бынан тыш, яңы транспорт маршрутын ойошторғанда Өфөнән дачаға йөрөгән пассажирҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Иртән йәки төш мәлендә юлға сыға алмаусылар яңы рельслы автобусҡа ултыра ала», — тип билдәләне транспорт ойошмаһының матбуғат секретары Сергей Спатар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика