09:06 (UTC+5), 21 Июнь 2016

Ғинуар-май айҙарында республикала сәнәғәт етештереүе 0,5 процентҡа артҡан

Башҡортостанстат сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан төбәктә сәнәғәт етештереүе индексы 2015 йылдың ғинуар-май айҙарына ҡарата 100,5 процент, ил буйынса 100,1 процент тәшкил иткән.
Волга буйы федераль округы төбәктәрендә был күрһәткес 87,5 проценттан (Мордовия Республикаһында) 114,6 процентҡа тиклем (Сыуашстан Республикаһында) тирбәлә.
Ағас эшкәртеүҙә (+33,5 процент), күн, күн әйберҙәр һәм аяҡ кейеме (+23,4 процент), резина һәм пластмасса әйберҙәр эшләүҙә (+17,7 процент), целлюлоза-ҡағыҙ эшләүҙә, нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлегендә, металлургия производствоһында (+15 процент), электр ҡорамалдары (+4,5 процент), аҙыҡ-түлек (+1,1 процент), транспорт саралары һәм ҡорамалдар (+0,2 процент) етештереүҙә ыңғай динамика күҙәтелгән. Яғыулыҡ-энергетика файҙалы ҡаҙылмаларын сығарыу — 1,9, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү, бүлеү 1,3 процентҡа артҡан.
Шул уҡ ваҡытта металл булмаған башҡа минераль продукттар етештереүҙә (-21,9 процент), файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа (-12,3 процент), туҡыу һәм тегеү производствоһында (-7,9 процент), нефть продукттары етештереүҙә (-3 процент), химия производствоһында (-1 процент) етештереү күләменең кәмеүе билдәләнгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика