Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83
+0.16
98.3
+0.41
67.78
-0.17
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июнь 2016, 16:35

5 июль Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителде

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, Ураҙа байрамы уңайынан 5 июль ял көнө тип иғлан ителде.
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко хәбәр итеүенсә, быйыл Ураҙа байрамы шишәмбегә тап килә. 4 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы, ошо арала йыллыҡ отпуск алған хәлдә 5 июль календарь көндәр иҫәбенә инмәй.
Читайте нас: