06:45 (UTC+5), 07 Июнь 2016

Республика Fitch Ratings агентлығының юғары кредит биреү рейтингына эйә булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Fitch Ratings халыҡ-ара рейтинг агентлығының «AA+(rus)» кимәлендәге оҙайлы кредит рейтингына эйә булды, рейтинг буйынса прогноз — «Тотороҡло». Милли шкала буйынса рейтинг республикаға тәүге тапҡыр бирелде.
«Кредит рейтингы — кредиторҙар һәм инвесторҙарҙың ышаныс индексы, төбәктәге финанс системаһының ышаныслы булыуын күрһәтә, — тип билдәләйҙәр Башҡортостандың Финанс министрлығында. — Инвесторҙар кредит рейтингын кредит хәүефен һәм хәүеф өсөн премияны билдәләүҙең ябай ҡоралы сифатында файҙалана».
Халыҡ-ара шкала буйынса республикаға «BBB-» оҙайлы рейтингы бирелде. Был — инвестиция категорияһы рейтингы. Яҡшы кредит биреү һәләтлеген, республика бюджеты үтәлешенең һәйбәт күрһәткестәрен, бурыстың аҙлығын, төбәктең үҫешкән иҡтисадын һәм ҙур дәүләт секторын сағылдыра.
Fitch Ratings рейтингы кимәле буйынса Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербург, Ханты-Манси автономиялы округы, Татарстан, Саха (Яҡут) Республикаһы, Новосибирск, Силәбе, Ленинград һәм Төмән өлкәләре менән бергә илдең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә.
Fitch Ratings рейтинг агентлығы Standard & Poor’s һәм Moody's менән бер рәттән өс ҙур халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары иҫәбендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика