10:44 (UTC+5), 02 Июня 2016

Стандартлаштырыу тураһында яңы закондың мөмкинлектәрен дәүләт һатып алыуҙарында файҙаланырға кәрәк — Башҡортостан Хөкүмәте

Галина Бахшиева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Хәҙер стандартлаштырыу институттарын үҫтереү, предприятиелар эшмәкәрлеген баһалау бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфөлә асылған «Стандартлаштырыу: яңы ҡануниәт һәм ҡулланыу тәжрибәһе» төбәк-ара конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
«Башҡортостан байтаҡ йылдар дауамында сифатты стандартлаштырыу, камиллаштырыу өлкәһендәге эшкә ҙур иғтибар бүлә. Был — республикалағы иҡтисади сәйәсәттең өҫтөнлөгө. Стандартлаштырыу тураһында яңы закондың положениеларын индереү һөҙөмтәһендә дәүләт көйләүе өлкәһендә өҫтәмә саралар әҙерләнәсәк, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Уларға Башҡортостанда ла өҫтәмә үҫеш алыу мөмкинлеге бар. Һүҙ тәү сиратта дәүләт һатып алыуҙарын тормошҡа ашырғанда яңы закондың мөмкинлектәрен файҙаланыу хаҡында бара. Бынан тыш, барыһы алдында продукцияның ошо стандартҡа тап килеүе тураһында белдергән осраҡта етештереүсе өсөн милли стандартты ҡулланыу мотлаҡ буласаҡ».
«Рәсәй Федерацияһында стандартлаштырыу тураһында» 162-се Федераль закондың төп маҡсаты — ил производствоһы үҫешен стимуллаштырыу һәм импортты алмаштырыу кимәлен арттырыу. Ошо закондың ҡайһы бер положениелары уҙған йылдың сентябрь айында көсөнә инде. 1 июлдән закон тулыһынса көсөнә инә.
Өфөләге төбәк-ара конференцияла аңлатыуҙарынса, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, инновациялы ҡарарҙарҙы таратыу, яңы продукцияны һәм технологияларҙы индереү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән әҙер тәжрибәләрҙе, технологияларҙы ҡулланыу стандартлаштырыуҙың төп маҡсаты булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика