12:45 (UTC+5), 02 Июня 2016

Башҡортостанда уҙған йылда килемдәре кәмегән тармаҡтар билдәләнде

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 2015 йылда Башҡортостанда бер нисә тармаҡ предприятиеларының килеме кәмегән. Транспорт, элемтә, финанс эшмәкәрлеге, күмәртә сауҙа күрһәткестәрен насарайтҡан. Былтыр ошо өлкә предприятиелары республика ҡаҙнаһына килемгә һалымды бер йыл элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ күсергән. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитетында төбәктең финанс министры Рида Собханғолова ошо хаҡта һөйләне.
Төп килем сығанаҡтарының кимәле яҡшы, тип хәбәр итте докладсы. Килемгә һалым ҡаҙнаға 36,2 миллиард һум аҡса килтергән. Был 2014 йылға ҡарағанда 3,3 миллион һумға күберәк. Рида Собханғолова әйтеүенсә, үҫешкә «Башнефть» компанияһынан 14 миллиард һумлыҡ керем йоғонто яһаған. «Уфаоргсинтез», «БашРТС», «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның күрһәткестәре лә һәйбәт.
«Дөйөм алғанда, былтыр килемгә һалымдың артыу темпы буйынса позициябыҙҙы яҡшырттыҡ. Республика илдә 49 урындан 32-гә күтәрелде», — тине Рида Собханғолова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика