06:45 (UTC+5), 01 Июня 2016

Башҡортостан Хөкүмәтендә Вьетнам менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Вьетнам Социалистик Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Ву Зуй Мынг менән осрашты. Сарала Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков та ҡатнашты.
Осрашыу барышында яҡтар сауҙа, машиналар эшләү, нефть һәм газ сәнәғәте, энергетика, туризм, ғилми эшмәкәрлек һәм мәғариф өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Бөгөн Вьетнам — Башҡортостандың тышҡы сауҙа партнерҙарының береһе. Республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, тауар әйләнешенең төп өлөшөн химия продукцияһын экспортлау тәшкил итә.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә Вьетнам компаниялары ҡатнашлығында 26 предприятие эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика