10:40 (UTC+5), 31 Мая 2016

Башҡортостан Хөкүмәтендә Венгрия менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Венгрияның Ҡазандағы Генераль консулы Ференц Контра менән осрашты. Сарала Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ҡатнашты.
Яҡтар сәнәғәт, ауыл хужалығы, инфраструктура, юл төҙөлөшө һәм мәҙәниәт өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Венгрия — Башҡортостандың ҙур тышҡы сауҙа партнерҙарының береһе. Тауар әйләнешенең төп өлөшөн республика яғыулыҡ-энергетика комплексының продукцияһын экспортлау тәшкил итә.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә Венгрия капиталы ҡатнашлығында ойошторолған өс предприятие теркәлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика