11:25 (UTC+5), 30 Мая 2016

«Өфө» аэропорты пассажирҙарҙың «таҙа» зонаға инеү мөмкинлеген контролдә тотоуҙың яңы системаһын индерҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты тулыһынса илебеҙҙә етештерелгән программаны индергән тәүге авиапредприятие булды. «Астерос. Пассажирҙарҙың инеү мөмкинлеген автоматлаштырылған контролдә тотоу» модуле «Астерос Контакт Авиа» үҙенсәлекле теркәү системаһына өҫтәмә функция булып тора һәм әлегә илдең аэропорттар өсөн программалар баҙарында аналогы юҡ, тип хәбәр иттеләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә.
Яңы система аэропорт һәм авиакомпаниялар эшмәкәрлегенә законһыҙ ҡатнашыуға юл ҡуймаясаҡ. Уның төп бурысы — көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре эҙләгән хәүефле кешеләрҙе асыҡлау. Бынан тыш, автоматлаштырылған контроль пассажирҙарҙың аэропорт эсендә хәрәкәт итеүен күҙәтергә мөмкинлек бирә. 1 июндән аэропорт тулыһынса ошо системаны файҙалана башлай.
«Авиация хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтеү кәрәклегенә бәйле пассажирҙарҙың «таҙа» зонаға инеү мөмкинлеген контролдә тотоуҙың яңы системаһы аэропорт өсөн мөһим системалар иҫәбенә инә», — тип билдәләне аэропорттың мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә хеҙмәте етәксеһе Виктор Чекальский.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика