05:19 (UTC+5), 27 Май 2016

Рөстәм Хәмитов: «Башнефть» компанияһының 25 процентлыҡ акциялар пакетын һатыу күҙалланмай»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. «Башнефть» компанияһының 25 процентлыҡ акциялар пакетын һатыу күҙалланмай. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Интерфакс-Волга буйы» агентлығына биргән интервьюһында ошо хаҡта һөйләне.
– Әлбиттә, республика үҙенең акциялар пакетын һатырға йыйынмай. Бөгөнгө хәл Башҡортостан власы һәм халҡы өсөн ҡулай күренә. «Башнефть» яҡшы эшләй, компанияның иҡтисади күрһәткестәре юғары – 2015 йыл йомғаҡтары буйынса республика бюджеты бер нисә миллиард һумлыҡ һәйбәт дивидендтар аласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, «Башнефть» спортҡа һәм нефть сығарыусы муниципалитеттарға ярҙам итеү йәһәтенән ҙур эш башҡара. Беҙ нефть һәм уны эшкәртеү мәсьәләләре буйынса тармаҡ федераль власть органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Корпорацияның директорҙар советында вәкилдәребеҙ эшләй. Менеджмент менән мөнәсәбәттәребеҙ һәйбәт, «Башнефть» компанияһын үҫтереү темаларын бергәләп тикшерәбеҙ.
Шуның менән бергә республика етәксеһе киләсәктә ошо мәсьәлә буйынса фекерҙең үҙгәреүе мөмкин икәнлеген дә инҡар итмәне.
– Әгәр 50 процентлыҡ федераль пакет һатылһа, яңы акционерҙың беҙҙе дивидендтар буйынса ҡәнәғәтләндергән шарттарҙың үтәмәүен күрһәк, бәлки, ул саҡта ошо мәсьәләгә төҙәтмәләр индерербеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – Беҙ хәлде даими күҙәтеп барабыҙ, федераль министрлыҡтар, Хөкүмәт алдында фекеребеҙҙе яҡлайбыҙ һәм республика өсөн ҡулай вариантты ҡабул итәсәкбеҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика