07:02 (UTC+5), 25 Мая 2016

Республиканың рәсми делегацияһы — эш сәфәре менән Ҡытайҙа

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров етәкселегендәге рәсми делегация — эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһында. Сәфәр 31 майға тиклем дауам итә.
Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр программаһында Аньхой провинцияһының Хэфэй һәм Хуаншань ҡалаларына, шулай уҡ Шанхайға барыу, Аньхой провинцияһын үҫтереү һәм реформалаштырыу буйынса комитет, Ауыл хужалығы комитеты, Коммерция департаменты, Туризм эштәре буйынса идаралыҡ, Аньхой провинцияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселәре менән бер нисә осрашыу ҡаралған.
Бынан тыш, Ҡытай фәнни-техник университетының Алдынғы техника тикшеренеү институтына барыу һәм Рәсәй төбәктәре менән таныштырыу сараһы уҙғарыу планлаштырылған.
Башҡортостан иҡтисади, туристик һәм гуманитар үҫеш мәсьәләләрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, тип билдәләнеләр төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығында. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта бер нисә тейешле килешеү ғәмәлдә, берлектәге саралар ойошторола, төҙөлөш, сауҙа, сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм мәғариф өлкәһендә инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика