Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
10:04 (UTC+5), 24 Мая 2016

Республиканың баш ҡалаһында торлаҡ төҙөлөшө темпы үҫә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл тәүге дүрт айҙа Өфөлә 150 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был уҙған йыл менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа күберәк. Ошо хаҡта баш ҡала хакимиәтендә ағымдағы йылдың тәүге кварталында ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр.
Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов билдәләүенсә, инвестициялар үҫешенә тәү сиратта ҡалала торлаҡ төҙөлөшөнөң йылдам үҫешеүе ҙур йоғонто яһаған.
Быйыл ғинуар-апрель айҙарында Башҡортостан йорттарҙы сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урын яуланы. Йән башына иҫәпләнгән торлаҡты сафҡа индереү буйынса республика округта бишенсе урында килә.
2016 йылдың тәүге дүрт айында төбәктә дөйөм майҙаны 632,2 мең квадрат метрлыҡ 7551 фатир сафҡа индерелгән. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 6,5 процентҡа кәмерәк. Башҡортостан Татарстандан ғына ҡалышты, унда 799 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
Ғинуар-апрель айҙарында һәр мең кешегә 155 квадрат метр яңы торлаҡ тура килгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика