Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2016, 17:35

Республикала сәсеү кампанияһы тамамланыуға яҡынлаша

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда сәсеү кампанияһы тамамланыуға бара. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 1,9 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү башҡарылған, был пландың 93 процентын тәшкил итә.
Бөгөн Белорет районында сәсеү эштәре тулыһынса тамамланған. Әлшәй, Баҡалы, Балтас, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Краснокама, Стәрлебаш, Тәтешле һәм Шаран райондарында сәсеү һуңғы гектарҙарҙа бара.
Яҙғы һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1,2 миллион (97 процент), шәкәр сөгөлдөрө — 49,3 мең (98), көнбағыш — 202,2 мең (101), орлоҡҡа кукуруз 19,4 мең (97) гектар майҙанда сәселгән.
Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, бер йыл элек республикала яҙғы сәсеү 1,1 миллион гектарҙа, йәғни планлаштырылған майҙандарҙың 54 процентында башҡарылған.
Читайте нас: