Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Май 2016, 10:02

Төбәктә 1,7 миллион гектарҙа, йәғни майҙандарҙың 84 процентында яҙғы сәсеү эше башҡарылған

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 1,7 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү башҡарылған, был пландың 84 процентын тәшкил итә. Шуның менән бергә иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеү тамамлана. Баҫыуҙарҙың 1,2 миллион гектарында сәселгән, йәғни билдәләнгән пландың 90 проценты.
Әлшәй, Балтас, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Краснокама, Тәтешле һәм Шишмә райондарында сәсеү һуңғы гектарҙарҙа бара.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, шәкәр сөгөлдөрө (97 процент), көнбағыш (99), орлоҡҡа кукуруз сәсеү (84) тамамланған.
Бөгөнгә республика аграрийҙары ҡарабойҙай, тары, судан үләне һәм башҡа йылы яратыусы үҫемлектәр сәсә башлаған.
Читайте нас: