Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Май 2016, 11:50

Төбәктең «Асыҡ Республика» проекты — «ПРОФ-IT.2016» бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшыһы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «ПРОФ-IT.2016» төбәк һәм муниципаль мәғлүмәтләштереү конкурсының «Асыҡ төбәктә IT» номинацияһында еңеүселәр билдәләнде. Башҡортостандың «Асыҡ Республика» проекты ошо номинацияла иң яҡшыһы тип танылды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 16 майҙа Өфөлә «ПРОФ-IT.2016» Бөтә Рәсәй төбәк һәм муниципаль мәғлүмәтләштереү проекттары конкурсы асылды. Сараны ойоштороусы — Электрон дәүләттең эксперт үҙәге.
Икенсе урынды «Краснодар крайының асыҡ хөкүмәте: open.krasnodar.ru, data.krasnodar.ru» проекты яуланы. Өсөнсөлә — «Тула өлкәһенең «Асыҡ төбәк» порталы» проекты.
«Социаль өлкәлә IТ» номинацияһында «Башҡортостандың ял итеү һәм һауыҡтырыу өлкәһендәге хеҙмәттәр менән файҙаланған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпкә алыуҙың берҙәм системаһы» проекты өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Читайте нас: