10:43 (UTC+5), 17 Мая 2016

Төбәктә «йылға-диңгеҙ» портын төҙөргә ниәтләйҙәр

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы потенциаль инвестор — «ЯВА» компаниялар төркөмө менән Ағиҙелдә сәнәғәт майҙансығын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, индустриаль парк инфраструктураһына инвестициялар йәлеп итеү һәм ҡалала «йылға-диңгеҙ» портын төҙөү мөмкинлеге тикшерелде. Был хаҡта Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Фекер алышыуҙа Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Артем Кирәев, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Крысин һәм «ЯВА» компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы рәйесе кәңәшсеһе Альберт Рыҫкилдин ҡатнашты.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, әлеге ваҡытта Ағиҙелдең сәнәғәт үҫеше концепцияһы әҙерләнә. «Башҡортостандың төҙөлөш материалдары» индустриаль паркының күпселек объекттары яңы резиденттар ҡабул итергә һәм сәнәғәт етештереүен ойошторорға әҙер.
«ЯВА» компаниялар төркөмө вәкиле Альберт Рыҫкилдин проектта ҡатнашыуға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
Тикшереү йомғаҡтары буйынса проектты тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле документтар әҙерләү, шулай уҡ «ЯВА» компаниялар төркөмөнөң индустриаль парк майҙандарын файҙаланыу мөмкинлектәрен баһалау буйынса артабан берлектә эшләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Әлеге мәлдә «ЯВА» компаниялар төркөмө илдә 100-ҙән ашыу проектты ғәмәлгә ашырған. Уның тарафынан 250 саҡрымға яҡын магистраль газ үткәргес, дөйөм майҙаны 1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән, 350 саҡрымдан ашыу инженер селтәрҙәре һуҙылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика